Воскресенье
13.06.2021
14:20
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы МОБУ СОШ №1 с.Бураево
Главная Регистрация Вход
Информация о сайте »
Учебная работа

Дистанционное обучение

Учебно-информационный материал

Образовательные проекты

Дистанционные конкурсы

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

 
 
 
Мин уҡытыусы.
 Минең исемем бөтәгеҙгә лә таныш,
Ғорурланып әйтәм – Уҡытыусы!
Бала күңелендә илгә, ергә,
Үҙ теленә һөйөү уятыусы
 Уҡытыусымын!
Һөйөнөп эшкә барам,
 Байрам кеүек миңә һәр көнөм.
Балалар һәм мәктәп – бар байлығым,
Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм!
Уҡытыусымын!
Сәскән орлоҡтарым
Аҡыл емешенә әйләнгән.
Сөнки илем, халҡым киләсәге
Минең хеҙмәтемә бәйләнгән.
Беҙ башлаған изге һуҡмаҡтарҙан
Өҙөлмәһен бала эҙҙәре.
Яңғырап торһон көнөн ҡыңғырауҙар,
Балҡып торһон сабый күҙҙәре.
 
Мин Айгөл Мостафина булам. Борай районының иң гүзәл тәбиғәтле яғы Иске Ҡарағош минең тыуған ауылым. Ауыл балаһы тыуғас та тәбиғәттең яҡынлығын ҡала балаһына ҡарағанда тиҙерәк татый. Һыуығы ла, эссеһе лә иртәрәк ҡағыла уға. Кескәй тәпәйҙәре менән тупраҡҡа иртәрәк баҫа, ер йылыһын алдараҡ тоя, сәрхәт үләндәрендә күберәк аунай, батҡаҡ балсыҡтарын йышыраҡ йыра. Туғайҙарҙағы сәскә-гөлдәрҙең хуш еҫенә, ҡоштар моңона шулай уҡ йышыраҡ иҫерә торғандыр ул. Торған ерем – гөл араһы, Үҙем – ауыл балаһы, - Тыуған ауылымдың күпме урман, туғайҙарын ҡыҙырып йөрөнөм. Бесән саптым, йыуа йыйҙым, ҡаҡы, ҡуҙғалаҡ ашаным, яландарына апайым йырсы Фәриҙә Тимербаева менән еләккә йөрөнөм, урмандарында балан, муйыл тирҙем, бешкән гөлйемештәрен ауыҙ иттем… Ауыҙымда бөтә емештәрҙең тәме, аяғымда тупраҡ йылыһы, күҙҙәрем алдында урман-яландары күрке, ҡолағымда урман шауы, ҡоштар моңо, шишмәләр сыңы ишетелеп, күренеп, тойолоп торһа ла, тыуған яғым тәбиғәтен һөйләргә һүҙем етмәҫ. Артабан мине Нефтекама ҡалаһы үҙенә әйҙәп-саҡырып педагогия училищеһына алып килде. Училищела уҡыуымды тамамлап Борай 1-се һанлы урта мәктәбенә эшкә килдем, күңелемә яҡын булған ерак бабабыҙ Ташбулаттан изге аманат булып ҡалған дәүләтебеҙ теле – башҡорт телен уҡыусыларым күңеленә һалам. Һәм уҡыусыларымдың район, мәктәп олимпиадаларында ҡатнашып йылдан-йыл юғары уңыштарға ирешеүенә һөйөнөп, ҡанатланып, илһамланып эшләп йөрим. Һәр уҡыусының дәрестә яҡшы билдә алыуы минең өсөн ҡыуаныс, уҡыусының дәрестәргә әҙерләнмәй килеүе минең өсөн көйөнөс. Ярай әле һөйөнөстәрем көйөнөстәремдән күберәк, тимәк уҡыусыларым мине аңлай, үҙ итә, ышана. Ғаиләм минең - өмөт ебем, Ғаиләм – көнөм, ғаиләм – төнөм. Ғаиләм минең ер һәм күгем, Мәңге һүнмәҫ бәхетем минең. Тормошом – ауыр арба, Йөгөм гел артып бара. Арбам күптән туҡтар ине- Мәхәббәт тартып бара. Минең күҙ ҡараһылай күргән ике балам, ике йөрәк парәм бар. Улым Алмаз һәм ҡыҙым Айһылыу. Улар минең йәшәүемдең мәғәнәһе лә, бәхетем дә. Донъяларда йәшәү рәхәт, Туғандар бергә булһа. Ғаилә усағы һәрваҡыт Беҙҙе йылытып торһа.

Беҙ ошолай ирем Илфаҡ менән ҡулға-ҡул тотоношоп, һәр туған таңға шатланып, һәр шатлыҡты уртаҡ итеп, ҡайғы килһә бүлешеп туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ алдында һынатмаҫҡа тырышып донъя йөгөн тартабыҙ. Ғаилә иминлеге өсөн тормош иптәшем яуап бирһә, ғаилә усағын һүндермәйенсә, тәмле аш еҫтәрен сығарып, өйҙө таҙа тотоп, сәскә-гөлдәр үҫтереп йәшәүсе кеше ул – мин.

Үҙемдең уҡыусыларыма ла ғаиләлә атай-әсәйҙәрегеҙгә иғтибарлы ла, ихтирамлы ла булығыҙ, туған телегеҙҙе яратығыҙ, тип өйрәтәм. Элек-электән үк Атай һүҙе – һүҙ. Нәҫел шәжәрәһе лә атай нәҫеле буйынса төҙөлгән. Шуның өсөн меңәр йылдар буйы йәшәп килгән йолаларыбыҙ бар, шуның өсөн милләтебеҙ һаҡлана килгән. Беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Беҙгә төп йортобоҙҙың хужалары булырға, үҙебеҙ эшләп тапҡан байлыҡтарҙан үҙебеҙ файҙаланырға, бер йоҙроҡҡа тупланып йәшәргә кәрәк. Беҙҙең маҡсат – Башҡортостан сәскә атһын, нығынһын, мөстәҡил булһын. Беҙҙең киләсәккә ышанысыбыҙ ҙур. XXI быуат - беҙҙең быуат булыр. Ләкин беҙ ҡул ҡаушырып көтөп кенә ултырырға тейеш түгелбеҙ. Телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлау, уны үҫтереү һәр башҡорт уҡыусыһының выждан эше булһын ине тип мин тырышасаҡмын.
 
 Ғорурланып һөйләшәмен,
 Һәрваҡыи үҙ телемдә.
Яҙһын ходай, тыныслыҡта
 Йәшәргә үҙ еремдә.



 
 
 
"Башҡортостан мөғжизәләре" бәйгеһенең һөҙөмтәләре
Приветствие автора
Я рада приветствовать вас на страницах моего сайта. Надеюсь, что Вы найдете здесь полезную и нужную для Вас информацию. Я постаралась, чтобы Вы с пользой провели время на страницах моего сайта. Желаю приятного просмотра.

Год башкирского языка

Акции, конкурсы

Форма входа

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 25

Друзья сайта
  • Сообщество uCoz