Суббота
08.05.2021
16:02
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы МОБУ СОШ №1 с.Бураево
Главная Регистрация Вход
6 "Б" класс. Башкирский язык »
Учебная работа

Дистанционное обучение

Учебно-информационный материал

Образовательные проекты

Дистанционные конкурсы

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Дистанцион дәрес

 

 

Сопровождение для обучающихся и их родителей

Сегодня учителя столкнулись с вызовом - проведение учебной работы дистанционно. С целью поддержки обучающихся и их родителей в этот непростой период домашнего обучения, я запускаю практический онлайн-урок на платформе своего сайта в режиме видеоконференции с использованием программы ZOOM.  Через данный сайт удобно выстраивать учебный процесс: размещать учебные материалы, проводить обсуждение, получать и предоставлять обратную связь. 

Чтобы присоединиться к онлайн-уроку, ученику не обязательно устанавливать приложение ZOOM, — достаточно перейти по ссылке-приглашению и новое окно откроется в его браузере. 

-->>ВОЙТИ в ОНЛАЙН-УРОК

 

Предмет: Башкирский язык.

Класс: 6 б

Учитель: Мустафина Айгуль Нагимовна

Дата: 09.04.2020г.

Продолжительность: 20 мин. 

Дәрестең темаһы:  Һан тураһында төшөнсә. Ябай һәм ҡушма һандар.

Маҡсат: һан тураһында төшөнсә биреү, ябай һәм ҡушма һандарҙы айыра белеү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәтеү,уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен арттырыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, тыуған тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Укытыу онлайн-платформаһы : Укытыусының  шәхси-сайты. (Через сайт удобно выстраивать учебный процесс: размещать учебные материалы, проводить обсуждение, получать и предоставлять обратную связь).

I. Ойоштороу мәле.

1. Артикуляцион күнегеү ( тиҙәйткесте үҙаллы уҡыу).

                        Биш бесәй.

Мейес башында биш  бесәй,

Биш бесәйҙең биш башы.

Биш бесәйҙең биш башына

Емерелмәһен мейес башы.

2. Дәрестең маҡсатын асыҡлау:  Был тиҙәйткестә  ниндәй һүҙҙәр ҡара хәреф менән яҙылған? Улар ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? Тимәк бөгөнгө дәрестең темаһы ниндәй?

3. Дәрес темаһы өҫтөндә эш.

а) Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу. 

б) Электрон ресурстан һандар тураһында белешмәне уҡыу.

в) Һандарҙы иҫкә төшөрөү өсөн  шиғырҙарҙы  уҡыу. 

1-ҙән башлап ебәрәйек

Һандарҙы ҡабатларға:

1-әү бит ул бик күп түгел,

1-әү генә, 1 генә.

2 күҙем менән күрәм,

Ишетә 2 ҡолаҡ.

2 ҡулым эш яратһа,

Йөрөтә 2 аяҡ.

«3 айыу» әкиәтен

Беҙ уҡыныҡ класта.

«3 айыу»ҙан 3 һанын

Отоп ҡалдыҡ шул саҡта.

Кескәй ҡолон кейеп алған

4 аяҡҡа 4 ҡата.

Аяғыма бик рәхәт тип,

Тупылдап йөрөп ята.

5 бармағым уң ҡулда,

5 бармағым һул ҡулда.

Бармаҡтарым ярҙам итер

Һанды оторға шунда.

Беҙ уҡыйбыҙ 6 көн,

Йәкшәмбе ял итәбеҙ.

Тағы шулай килер көндө

Рәхәтләнеп көтәбеҙ.

«7ҡат үлсә, 1 ҡат киҫ», -

Тигәндәр боронғолар.

7 һанлы 1 мәҡәлде

Онотмағыҙ, балалар!

Өҫтә тора түңәрәк,

Аҫта тора түңәрәк.

8 һанын яҙыр өсөн

Тоташтырырға кәрәк.

Бармаҡтарҙы һанағанда

10-ға 1-әү тулмаһа,

9 тип уны һана,

Иҫтә ҡалдырып ҡара!

Уң ҡулда ла 5 бармаҡ,

Һул ҡулда ла 5 бармаҡ.

2 ҡулды бергә ҡуйһаң,

Булыр һиңә 10 бармаҡ.

4. Ял минуты. 

      Уҡытыусы:  Ял минуты бик кәрәк

                           Дәрестең уртаһында.

                           Төрлө хәрәкәт яһау

                           Арыуҙы оноттора.

           Бер-ике – беҙ баҫтыҡ, (сығып баҫырға)

           Сәп-сәп итеп ҡул саптыҡ, (ҡул сабырға)

           Аяҡтарҙы бер урында

           Тып-тып-тып итеп баҫтыҡ. (тыпырлатырға)

           Ултырҙыҡ, ҡабат баҫтыҡ, (сүгәләргә, баҫырға – ике тапҡыр)

           Инде бер аҙ хәл алдыҡ,

           Тыныс ҡына ултырҙыҡ. (урындарға ултырырға)

5. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады жанры булған мәҡәл, әйтем, әкиәттәрҙә лә 7 һаны йыш осрай. Әйҙәгеҙ әле шуларҙы  иҫкә төшөрәйек. 

7 ҡат үлсә, 1 ҡат киҫ.

Егәрленең ҡулы 7.

Иң ҡаты яза итеп 7 ҡат тиреһен тунау.

7 быуын ата-бабаңды белеү.

Серҙе 7 йоҙаҡ менән бикләү.

Хазинаны 7 ҡат һандыҡ эсендә һаҡлау.

Бәхетлеләрҙең 7 йәннәт ишеген асып инеүе.

Батырҙарҙың даны 7 илгә етеүе.

Зирәктәрҙең 7 ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишетеүе.

7 ятты ятҡа иҫәпләү.

Батырҙарҙың  7 юл сатында 7 башлы аждаһаны еңеүе, 7 төн уртаһында шашынған ен-пәрейҙәрҙе ҡыйратыуы.

Еңелгәнде 7-гә бөкләп һалыу.

Батырҙарҙың 7  диңгеҙ, 7 тау гиҙеүе.

6. Һандар менән эш: бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөргә.

 а) 1000 күл, 600 йылға, 50-нән ашыу минераль сығанаҡ, иҫәпләнә, Башҡортостанда. б) Башкорт теле йылы, 2020 йыл.  в) Быйыл, Бөйөк Еңеүҙең, билдәләй, халҡыбыҙ, 75 йыллығын. 

7. Һүҙлек эше үткәреү. Һүҙлек диктанты. 

(Е,йе)гет, оҙон(лоҡ, лыҡ), йы(йе, йы)лыш, (йә,я)шелсә, ке(е, йе)к, төлкө(не,нө), (ю,йу)лдар

Орфограммалар:

  • һүҙ башында е хәрефе, һүҙ уртаһында йе ҡушымсаһы яҙыла
  • башҡорт һүҙҙәрендә йо ҡушымсаһы яҙыла
  • тамырында ла о(ө), ялғауында ла о(ө)
  • ҡалын һүҙҙә ҡалын ҡушымса, нәҙек һүҙҙә нәҙек ҡушымса
  • Йу, йа ҡушымсалары юҡ, ю, я хәрефен яҙабыҙ

Форма отправки текста диктанта

1. Заполнять обязательные поля формы.

2. Тексты словарного диктанта записать в текстовые поля  напротив номера диктанта.

3. После нажатия кнопки "Отправить ОТВЕТ" , текст вашего диктанта поступает в электронный ящик учителя.

>
ФИ ученика *:
E-mail ученика *:
Класс обучения *:
Школа *:
Соглашаюсь на обработку моих персональных данных в соответствии с условиями пользовательского соглашения*:
Һүҙлек диктанты:

8. Физкультминуттар.  Выполняйте упражнения для глаз.

9. Тест.

      1.Һан нимәне белдерә?

1)Предметтың атамаһын.

2)Предметтың  иҫәбен.

3)Предметтың  билдәһен.

4)Предметтың эшен.

  1. Һандар ниндәй һорауҙарға яуап була?

1)Кем? нимә?

2)Күпме? нисә?

3)Ни эшләй?

4)Ниндәй?

       3.Икешәр ,өсәр, бишәр-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

1)Рәт һаны.

2)Бүлем  һаны.

3)Сама һаны.

4)Төп һан.

5)Йыйыу һаны.

        4.Икәү ,өсәү, алтау-был һандар ниндәй төркемгә ҡарай?

1)Рәт һаны.

2)Бүлем һаны.

3)Сама һаны.

4)Төп һан.

5)Йыйыу һаны.

        5.Ике өс алтмыш-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

1)Рәт һаны.

2)Бүлем һаны.

3)Сама һаны.

4)Төп һан.

5)Йыйыу һаны.

       6.Унынсы, бишенсе, егерменсе-был һандар ниндәй төркөмгә ҡарай?

1)Рәт һаны.

2)Бүлем  һаны.

3)Сама һаны.

4)Төп һаны.

5)Йыйыу һаны.

      7.Ҡушма һандарҙы билдәләгеҙ.

1)Егерме өс.

2)Етенсе.

3)Өсәрләп.

     8.Ябай һандарҙы билдәләгеҙ.

1)Биш.

2)Ун бер.

3)Илле бишенсе.

     9.Үлсәү һүҙҙәре булған һандарҙы табығыҙ.

1)Биш ҡолон.

2)Өс оя ҡаҙ

3)100 һум  аҡса.

     10.Һан ҡатнашҡан исемдәрҙе табығыҙ.

1)Илле.

2)Дүртөйлө. 

3)Миллион.

Форма отправки ответов теста

1. Заполнять обязательные поля формы.

2. Ответы на вопросы теста записать в текстовые поля  напротив номера теста.

3. После нажатия кнопки "Отправить ОТВЕТ" , ответы теста поступает в электронный ящик учителя.

>
ФИ ученика *:
E-mail ученика *:
Класс обучения *:
Школа *:
Соглашаюсь на обработку моих персональных данных в соответствии с условиями пользовательского соглашения*:
1.:
2.:
3.:
4.:
5.:
6.:
7.:
8.:
9.:
10.:

10. Китаб белан кунегулар эшлау

11. Дәресте йомғаҡлау.

1. Шулай итеп, беҙ бөгөн һеҙҙең менән нимәләр белдек?

2. Һандар нимәне белдерә?

3.Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

4. Яһалышы яғынан һандар нимәләргә бүленә?

5. Ябай һан. Нисә һүҙҙән тора?

Форма отправки ответов на вопросы

1. Заполнять обязательные поля формы.

2. Ответы на вопросы  записать в текстовые поля  напротив номера вопроса.

3. После нажатия кнопки "Отправить ОТВЕТ" , текст вашего ответа поступает в электронный ящик учителя.

>
ФИ ученика *:
E-mail ученика *:
Класс обучения *:
Школа *:
Соглашаюсь на обработку моих персональных данных в соответствии с условиями пользовательского соглашения*:
1.:
2.:
3.:
4.:
5.:

12. Уҡыусыларҙың алған белемдәрен баһалау.

Дәрес бөттө. Ҙур рәхмәт. Һау булығыҙ!

Приветствие автора
Я рада приветствовать вас на страницах моего сайта. Надеюсь, что Вы найдете здесь полезную и нужную для Вас информацию. Я постаралась, чтобы Вы с пользой провели время на страницах моего сайта. Желаю приятного просмотра.

Год башкирского языка

Акции, конкурсы

Форма входа

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 25

Друзья сайта
  • Сообщество uCoz