Суббота
08.05.2021
17:18
Приветствую Вас Гость
RSS
 
Персональный сайт учителя башкирского языка и литературы МОБУ СОШ №1 с.Бураево
Главная Регистрация Вход
Автор портфолиоһы »
Учебная работа

Дистанционное обучение

Учебно-информационный материал

Образовательные проекты

Дистанционные конкурсы

Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0


Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм ижады
    
Й ө к м ә т к е һ е
1.Инеш..
2.Төп өлөш..
2.1.Юл башы..
2.2.Шиғырҙар донъяһы..
2.3.Проза һәм драма әҫәрҙәре.
2.4.Трилогия.
2.5.Эшенә, тормошона ҙур баһа.
2.6.Бағышлауҙар.
3.Йомғаҡлау.
Ҡулланылған әҙәбиәт.
Ҡушымта.
Инеш 


Зәйнәб Биишева - ХХ быуатта йәшәгән башҡорт ҡаты-ҡыҙҙарының иң күренеклеһе. Башҡортостандың аҫыл заттары-ның береһе. Ул, иң төпкөлдән, бөлгөнлөккә дусар ителгән ҡат-ламдан сығып, үҙ көсө, үҙ аҡылы менән иң юғары бейеклеккә күтәрелә алған оло шәхес. Баш-ҡорт әҙәбиәте, башҡорт ҡына түгел, күп телле Рәсәй халыҡта-рының әҙәбиәтендә тотош бер дәүер уның исеме менән бәй-ләнгән. Илебеҙҙең мәҙәниәтен үҫтереүгә ғәйәт ҙур өлөш индерҙе Зәйнәб Биишева. Уның яҙмышы – айырым бер шәхестең тормош баҫҡыҫтары ғына түгел, унда беҙҙең халыҡтың быуатҡа яҡын үткәне сағыла, уның әҫәрҙәрен уҡыусы үҙен шул ваҡиғаларҙың бер өлөшө итеп тоя. Был рефераттың төп маҡсаты – Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлын өйрәнеү.
Алға куйылған бурыстар: 1. План төҙөү; 2. Китаптар, критик мәҡәләләр, рәсемдәр һайлап алыу; 3. Аларны өйрәнеү һәм теманы асыҡлап реферат яҙыу.
 
 Төп өлөш
1. Юл башы
Эйек йылғаһы буйында урынлашҡан бәләкәй, бик ыҡсым ғына Туйымбәт ауылында ярлы, ләкин дәүерендә аң-белемгә асыҡ йөҙ менән ҡараған, үҙ көсө менән белем алған һәм шул белемен күпме ҡаршылыҡтарға осраһа ла халҡына бирергә йәнен аямаған Абдулла мулла Биишев ғаиләһендә 1908 йылдың сатлама ғинуар һыуығында 5-се бала булып, ҡара сәсле, шоморт ҡара ҙур күҙле ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Зәйнәб тип исем ҡушалар. Зәйнәбте өс апаһы: Йәмилә, Хәлимә, Хафаса ҡулдан төшөрмәй ҡурсаҡ урынына йөрөтөп ҡарайҙар. Йәшләй етем ҡалыуына ҡарамаҫтан, Зәйнәбтең атаһы белемгә ынтылышы көслө була. Йәйен байҙарға ялланып эшләй, ҡышын мәҙрәсәләге бай шәкерттәргә хеҙмәтсе булып булһа ла уҡырға тырыша һәм Ырымбурҙа заманындағы иң алдынғы булып иҫәпләнгән "Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыу бәхетенә ирешә. Уны уңышлы тамамлай һәм үҙ тыуған ауылы Туйымбәткә әйләнеп ҡайта, унда мәҙрәсә аса, балаларҙы йәдитсә уҡыта башлай. Өй эсендә иң кәрәк ваҡ-төйәк ҡаралтынан башҡа байлыҡ булмаһа ла ул дәүерҙәге китап, гәзит тигәнең етерлек була ғаиләлә. Аталары кистәрен өйҙә үҙ балаларын уҡыта, ә бәләкәй Зәйнәбте бәләкәй әле тип дәрескә ылыҡтырмайҙар. Ә бәләкәй булһа ла зирәк ҡыҙ шаршау артында атаһы биргән һабаҡты, тыңлап ултырып, уҡырға, яҙырға өйрәнә. буш ваҡытында уны ағаһы ла уҡырға өйрәтә. Шуға ла өйҙә булған китаптарҙы Зәйнәб иртә уҡый башлай. Ләкин балалыҡ оҙаҡҡа бармай. Уға 3 йәш тә тулмаҫ элек әсәһе вафат була. Оҙаҡламай өйгә Һылыубикә исемле үгәй әсәй килә. Бәләкәй Зәйнәбте үгәй әсәһе үҙ балаһы кеүек яратырға тырышһа ла, бала уның яратыуын ҡабул итмәй. 1919 йылдың декабрендә атаһы ла вафат була. Ике апаһы инде кейәүҙә булалар. 11 йәшлек Зәйнәб, 13 йәшлек апаһы Хафаса 20 йәшлек ағаһы Ғибаҙулла ҡулында ҡалалар. Атай юҡ. Үгәй әсәй бөтә мөлкәтте тейәп китеп бара. "Өсөгөҙ өс мөйөштә ятып асҡа үлерһегеҙ әле”, тип сығып китә. 1920 йылда ағалары Миңлебикәгә өйләнә. Шунан һуң ғына ғаиләлә тыныслыҡ урынлаша. Зәйнәб күп ваҡытын уҡыу-яҙыуға, ваҡ-төйәк өй эштәрендә ярҙам итеүгә бағышлай. Иң мөһиме: белемгә ынтыла. Быға ағаһы һәм апалары битараф ҡалмай, һәр яҡлап ярҙам итәләр. Ыуары мәктәбендә апаһы ҡулында 4 синыфты тамамлағас туғандары тырыш Зәйнәбте артабан уҡытыу юлын эҙләйҙәр. Ташлы ауылында башҡорт балалары өсөн ай ярымлыҡ техникумға әҙерлек курсы асыла һәм оло апаһының ире Зәйнәбте курсҡа урынлаштыра. Шул уҡ йылдың көҙөндә Зәйнәбте ағаһы башҡорт балалары өсөн асылған Карауанһарайҙағы педтехникумға урынлаштыра. Бына ошо Карауанһарайҙан башлана ла инде Зәйнәб Биишева тормошонда боролош йылдары. Революциянан һуң әҙәбиәт өлкәһендә күтәрелеш йылдарына тура килә буласаҡ яҙыусының студент саҡтары. Уҡырға әүәҫ ҡыҙ техникумдағы әҙәби хәрәкәткә, эшкә актив ҡатнаша. 1929 йылда техникумды тамамлап үҙ теләге менән ул ваҡыттағы Темәс волосы Билал ауылына уҡытыусы булып эшкә китә. Ул ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙар араһында махсус белемле уҡытыусы булыу бик һирәк була. З.Биишева ең һыҙғанып эшкә тотона. Заманында ауыл уҡытыусыһына уҡыусылар араһында ғына түгел бөтә ауыл менән ағартыу эштәре лә йөкләтелә торған булған. Былай ҙа үҙ эшенә яуаплы ҡарап өйрәнгән ҡыҙ балаға сит ерҙә ҡыйын булғандыр, ул ағаһынан ярҙамға Хафаса апаһын ебәреүҙе үтенә. Әлбиттә, һеңлеһенең һүҙен ағаһы кире ҡаҡмай. Шул көндән башлап Зәйнәб Биишеваның иң яҡын ярҙамсыһы, уң ҡанаты булып Хафаса апаһы йәшәй. Ул кейәүгә сығып балалары булғас та Хафаса апаһы һеңлеһенә тоғро ҡала. Улар ҡайҙа күсһәләр ҙә бергә бара. 1931 йылда Зәйнәб Биишева Өфөлә уҡытыусыларҙың белемен күтәреү курстарында уҡый, шунан ВЛКСМ өлкә комитеты һәм Башнаркомпрос тарафынан Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә ҡалдырыла. Тәүҙә ул башҡорт һәм татар телдәрендә сыға торған "Пионер” исемле дәреслек-журналдың яуаплы мөхәррире, аҙағыраҡ нәшриәттең дәреслектәр секторында мөхәррир була. Мәктәптәр өсөн бик кәрәкле булған был журналды сығарыу, нәшриәттә эшләү З.Биишеваны әҙәбиәт донъяһына, яҙыусылар, шағирҙар даирәһенә яҡынайта. Был уның техникум осоронда уҡ барлыҡҡа килгән ижади ынтылыштарын тағы үҫтереп, көсәйтеп ебәрә. 1934-1935 йылдарҙа Биишева Мәсетле МТС-ы политбүлегенең "Ударник” гәзите әҙәби хеҙмәткәре, артабан 1938 йылға тиклем Салауат район гәзите әҙәби хеҙмәткәре була. Һуғыш… Был ваҡытта Биишеваның инде өс улы бар. Ире Ғәзиз һуғышҡа киткәс, ул редакцияла, ә балалар - апаһы янында. Һуғыштың бөтә михнәттәрен улар икәү күтәрә. 1939-1951 йылдарҙа ул – "Ҡыҙыл Башҡортостан” республика гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, Башҡортостан радио комитетының әҙәби редакция мөхәррире, Башҡортостан китап нәшриәтенең балалар әҙәбиәте секторы мөдире. Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда "Октябрь” журналында баҫыла. "Партизан малай” тигән тәүге китабы 1942 йылда донъя күрә. Шунан бирле Рәсәй һәм донъя халыҡтарының төрлө телдәрендә йөҙгә яҡын китабы баҫылып сыға. 1951 йылдан Зәйнәб Биишева профессиональ яҙыусы булып китә.
 
2. Шиғырҙар донъяһы
Зәйнәб Биишева ижады менән танышыу иң тәүҙә шиғырҙары аша башлана тиһәк, яңылышмабыҙ, моғайын. Зәйнәб Биишева шиғырҙарында иң беренсе сиратта Тыуған илгә ихлас һөйөү, намыҫлыҡ, дуҫлыҡ, интернационализм кеүек темалар хас. Айырыуса бөгөнгө заманда. Күптән инде хрестоматик булған "Башҡорт теле” шиғырында: Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем – тәрәнһең һин, Айға-көнгә тиңләмәйем – гүзәлһең һин, Ҡаяларға тиңләмәйем – бөйөкһөң һин, Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле, - тип яҙа әҙибә. Бында бөтәһе лә ерен, халҡын һөйгән кеше йөрәгенән урғылып сыҡҡан, һәр намыҫлы кешегә яҡын булған ябай һәм ихлас һүҙҙәр яҙылған. Патриотизм, гражданлыҡ идеялары шулай уҡ "Ғүмер юлым”, "Шишмә”, "Үтеп барам…” кеүек матур ғына шиғри өлгөләрҙә ярылып ята. З.Биишеваның шиғриәтендә шулай уҡ кеше, халыҡ, йәш быуын темаһы уңышлы ғына яҡтыртыла. Айырыуса "Халыҡ күңеле” һәм "Теләк” шиғырҙарын билдәләп үтергә була. Беренсеһендә яҙыусы яуыҙлыҡ, ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймаҫ үткер күҙле халыҡ образын тыуҙыра: Халыҡ күңеле – көмөш шишмә бит ул, Үлемһеҙ ул һаҡлай сафлыҡты. Кисермәй ул хатта алланы ла, Ситләп үтмәк булһа хаҡлыҡты. "Теләк” шиғыры иһә турана-тура йәш быуынға арналған. Совет осоронда ижад ителгән был поэтик әҫәр айырыуса бөгөнгө заманда бик актуаль һәм тағы ла көслөрәк яңғырай. Әйтерһең дә, ҡыйынлыҡтар, ниндәйҙер уйлап сығарылған күк көстәре алдында ҡурҡып ҡалып, үҙенең яҙмышын үҙе хәл итә алмай йонсоған, гел һыҡтап, инәнеп, ялбарып йөрөгән бөгөнгө йәш быуынға йүнәлтелгән был шиғыр. З.Биишева "ерҙе усҡа услап, кеҫәләргә йондоҙ тиреп йыйған”, "атом тигән көстә ауыҙлыҡлап, ете ҡат күк ашҡан шат” совет йәштәре миҫалында Кеше исеменең бөйөклөгөн, ғорурлығын раҫлай: Аңла, Йыһан, атом үлсәүенә Кеше һыймай. Кеше юғары. Уның рухы менән тиңләшерлек, Сер һаҡлаған атом юҡ әле. Кеше – алла! Ҡояш бит ул кеше! Кеше – бөтә ғаләм, бейеклек. Кеше үҙе айҙы, ерҙе, күкте Ижад иткән тиңһеҙ бөйөклөк. "Теләк” шиғыры рәтендә шулай уҡ "Иман” исемле үҙенсәлекле һәм бай фәлсәфәле әҫәрҙе лә әйтеп үтергә мөмкин. Был шиғри өлгөләр ысын мәғәнәһендә рухи һәм тәрбиәүи терәк һәм ярҙамсы булып тора. Зәйнәб Биишева "Йырлайым мин” тигән шиғырында үҙенең тормош һәм ижад юлында эпиграф итеп ҡуйырҙай, ошондай мәртәбәле һүҙҙәр яҙғайны: Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем, Йырлап йәшәйем мин бөгөн дә, Сәстәремә ҡырау сәселһә лә, Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә. Уйлаһаң, ысынлап та, З.Биишева ижадын уның тормош юлынан, ул йәшәгән тарихи осор үҙенсәлектәренән айырып ҡарап та булмай.
3. Проза һәм драма әҫәрҙәре
Әҙибәнең проза әҫәрҙәренең күпселегенең төп һыҙаты уларҙың төрлө йәштәге кешегә, баламы ул, ир-азаматмы йәки сал сәсле аҡһаҡалмы, бөтәһе өсөн дә берҙәй яҙылыуы. Яҙыусы быны аңһыҙ бала, үҫмер, ә быны үҫеп буйға еткән шәхес, тип бүлмәй, ә һәр әҫәре менән кескәй ҙә, оло уҡыусы менән дә бер тиң һөйләшә. Уның бер ҡарашҡа үҫмерҙәр, йәштәр өсөн тип күренгән әҫәрҙәре ысынында иһә ҙур тормош юлы үткән кешеләр өсөн дә берҙәй фәһемле. Ә ололар өсөн яҙылған тип күренгән әҫәрҙәр йәштәргә лә шундпй уҡ көслө йоғонто яһай. Зәйнәб Биишеваның бөтә әҫәрҙәре яҙыусының үҙенсә бер ҡабатланмаҫ ижад, тормош фәлсәфәһе булып тора. Үҙенең әҫәрҙәре менән ул һәр ваҡыт уҡыусыһын яҡшы юлға алып сығарға, киләсәк төҙөүсене тәрбиәләргә тырыша. Мәҫәлән, "Партизан малай” хикәйәһе. Яҙыусы был әҫәренә бик ҡыҙыҡлы сюжет тапҡан. Бөйөк Ватан һуғышының беренсе көндәре. Фашистар Белоруссия ерен баҫып алған. Илебеҙҙең яҡты киләсәген кәүҙәләндергән тырыш, намыҫлы, иманлы балалар, 11-12 йәшлек дуҫтар башҡорт малайы Ирек һәм белорус малайы Павлоның тыныс тормошта ең һыҙғанып уҡырға,Тыуған иленә файҙалы кеше булып үҫәргә, хеҙмәт итергә кеүек хыялдары, пландары селпәрәмә килә. Павлоны башҡа балалар менән фашистар үлтерә, ә Ирек дуҫының хәтеренә тоғро ҡалып, партизандар отрядына ярҙам итә, фашистарҙы ҡырыуға, ерен яуыҙлыҡтан, ҡоллоҡтан азат итеүгә өлөш индерә. Ирек партизандарға үҙен Павло тип таныштыра, шулай ул дуҫының исемен мәңгеләштерә. Был әҫәр һуғыштың беренсе айҙарында – 1941 йылдың ноябрендә яҙылған. З.Биишеваның проза әҫәрҙәре араһында бөгөнгө үҫеп килгән быуын өсөн иң уңышлыһы – ул "Дуҫ булайыҡ” повесы. Был әҫәр, ғөмүмән, әҙибәнең бөтә ижадында үҙенең айырым һәм юғары урынын алып тора. Был әҫәр ысын мәғәнәһендә тәрбиәүи әҫәр. Яҙыусы тыуҙырған сағыу, бай, тере образдар галереяһы, әйтерһең дә, беҙ аралашҡан кешеләр, дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ, класташтарыбыҙ кеүек аралашабыҙ, улар менән шатланабыҙ, ҡай саҡта көйөнәбеҙ. З.Биишева мәктәптең, мәктәп уҡыусыһының психологияһын, тормошон шундай ғәжәйеп асыҡ һәм тулы итеп биргән. Уҡыусыны әҫәрҙең ваҡиғаларына ҡыҙыҡһындырып, алып инеп китеүе яҙыусы талантының тағы ла бер сағылышы ул. Зәйнәб Биишева драматургия өлкәһендә лә емешле һәм уңышлы ижад итте. Әйтәйек, Башҡорт дәүләт академия һәм башҡа театрҙарҙа уның "Тылсымлы ҡурай”, "Гөлбәҙәр”, "Нәҙер”, ”Серле йөҙөк”, "Дуҫлыҡ” пьесалары буйынса спектаклдәр ҡуйылды һәм тамашасылар тарафынан яратып ҡаралды.
4. Трилогия
Яҙыусы нисек кенә күп яҡлы булмаһын, төрлө жанрҙарҙа эшләмәһен, уның да билдәле бер ижади этап бейеклектәре, үҙенең "аҡҡош йыры” була. Зәйнәб Биишева ижадында бындай бейеклек, әлбиттә, уның "Яҡтыға” трилогияһы. Трилогияның беренсе романы – "Кәмһетелгәндәр”, билдәле булыуынса, 1958 йылда баҫылып сыға. Унан һуң бер-бер артлы "Уяныу”, "Яҡтыға” романдары донъя күрә. Һуңынан улар руссаға ла тәржемә ителеп, Мәскәүҙә лә нәшер ителә. Киң эпик планда башҡорт халҡының социалистик революцияға килеү юлдарын һүрәтләгән был трилогия хәҙер башҡорт әҙәбиәтенең классик фондына инә. Уның әһәмиәте, әлбиттә, трилогия жанр формаһының башҡорт прозаһында тәүгеһе булыуында ғына түгел, ә традцион темаға, тарихи-революцион проблемаға яҡын килеү принциптары, уларҙың үҙенсәлектәре менән дә билдәләнә. "Яҡтыға” - трилогияның ошо исемендә Зәйнәб Биишева талантының төп есеме тапҡыр әйтеп бирелгән. Яҙыусы тормоштоң тик яҡты яҡтары тураһында ғына һөйләмәй, уның барлыҡ ҡаршылыҡтарын күрһәтә. Трилогияға айырым кешеләрҙең, ғаиләләрҙең 1917 йылғы боролошло йылдарға килеү юлдары һүрәтләнә. Башҡорт халҡының ХХ быуат баштарындағы ауыр тормошо, азатлыҡ өсөн көрәшеүҙәре илебеҙ тарихындағы иң ҡатмарлы һәм дауыллы-революцион ваҡиғаларға бәйләп күрһәтелә. Егерме йылға яҡын ваҡытты үҙ эсенә алған был осорҙо яҙыусы тик көнкүреш планында ғына түгел, ә халыҡтың социаль һәм рухи үҫеше кеүек ҡатмарлы процесс итеп дөйөмләштерә алған. "Яҡтыға!” трилогияһында сюжет үҫеше йәш бала Емеш образына ныҡ бәйләнгән. Бөтә хәл-ваҡиғалар тип әйтерлек һәм күп характерҙарҙың үҫеше – формалашыуы Емештең ҡабул итеүе, баһаһы аша бирелә, урыны-урыны менән быға уның хәтерләүҙәре, тойғо-кисерештәре килеп ҡушыла. Трилогия халыҡ тарихын, уның иң үҙенсәлекле һыҙаттарын кәүҙә-ләндереүсе характерҙар булып, беренсе сиратта, Хаммат, Байгилде һәм Закир образдары сығыш яһай. Үткән һәм киләсәк халыҡ тарихын билдәләүсе башҡа образ-персонаждар ошо төп характерҙарҙы тултырып, уларҙың башҡа милли һыҙаттарын асыҡлап киләләр. Яңы тормош шарттарында Хаммат характеры артабан йәштәр – Иштуған, Байрас, Айһылыу, Әхәт образдарында үҫтеререлә, тағы ла тулыландырыла. Үҙҙәренең донъяға ҡараштары, тормош маҡсаттары һәм хәрәкәттәре менән улар бөтәһе лә ирек, халыҡ азатлығы өсөн көрәшеүселәр булып сығыш яһай. Яңа үҫеш осоро әҫәре булараҡ, З.Биишева романдарындағы персонаждарҙы, мәҫәлән, "ыңғай” һәм "кире” образдарға ғына бүлеү ҡыйын, улар тормоштағыса ҡатмарлы, күп яҡлы һәм күп төрлө. Әйтәйек, хатта бына бер ғаиләләге бер туған егеттәр – Таибә әбейҙең өс улы – Хаммат, Хисбулла, Закир үҙҙәре үк һәр береһе өс төрлө социаль-психологик характер, өсөһө өс социаль типологияға ҡарай. Хаммат – эҙмә-эҙлекле, әҙерлекле революционер, яҙмыштың күҙенә тура ҡарап йәшәүсе ҡаһарман рухлы баһадир. Ул һабантуйҙарҙа ла, көрәш майҙанында ла ал бирмәүсе, шәхси тормошта, мөхәббәттә лә тоғролоҡло, ҡыйыу кеше. Хаммат образы тарихи-революцион әҫәрҙәрҙәге даими уңай традицион революционер образының индивидуаль сағылышы. Ә бына Хисбулла образы үҙенә башҡа бер үҙенсәлекле социаль тип. Әгәр Хаммат әсәһенә оҡшап "мыҡты кәүҙәле, көслө ихтыярлы булып үҫһә”, Хисбулла атайына оҡшап, йыуаш, йомшаҡ холоҡло. Уның йөҙөндә революцияға тиклем башҡорт халҡының билдәле бер социаль ҡатламының – дин ҡыҫҡан, ярлылыҡ баҫҡан, кәмһетелеп йәшәгән, ләкин ирек һөйәр рухы һынып бөтмәгән, ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы юлдар аша азатлыҡҡа ынтылған меңдәрсә һәм миллионнарса кешеләр яҙмышы, тарихи яҙмыш сағылыш тапҡан. Хаммат кеүектәрҙән уның айырмаһы шунда: әгәр революцияны, синфи көрәште Хаммат, Байғилде, Тимербай һымаҡ көрәшселәр тыуҙырһа, уны яһаһа, Хисбулла кеүектәрҙе, киреһенсә, революция үҙе уята, әкренләп көрәшселәр сафына баҫтыра. Үҙенең оригиналлеге, социаль-тарихи үҙенсәлеге йәһәтенән Закир образы милли әҙәбиәт өсөн өр-яңы художестволы асыш. "Ҡыйыу, шаян тәбиғәтле, күпте күрергә, яңынан-яңы нәмәләрҙе белергә ашҡынып торған осҡор, ярһыу йөрәкле егет”, - тиелә уның тураһында. Ике арала бәрелә-һуғыла йөрөй торғас, Закир революцион көрәштән бөтөнләй ситтә ҡала, эшсе синыфына ла, крәҫтиән мөхитенә лә ныҡлап ылыға алмай. Уның образы аша яҙыусы революция йылдарында милләтселәр тарафынан алданған, йәки бөтөнләй хата юлға баҫҡан кеше яҙмыштарын дөйөмләштерә, тарихтың драматик биттәрен аса төшә. Трилогияның сюжет хәрәкәтендә әһәмиәтле роль тотҡан күп кенә геройҙар йә яу ҡырында, йә бандит пуляһенән, йә осраҡлы рәүештә үлеп ҡала. Осраҡлы үлемдең дә роман структураһында үҙ урыны бар. Өс бер туған Бибеш, Йәнеш, Емештәрҙең уртансыһы – Йәнештең ҡыҙылдарҙың Илсеголдо азат иткән сағында Оло Эйек ярында үлеп ҡалыуы, бер яҡтан, романдың эмоциональ тәьҫирлеген күтәрһә, икенсе яҡтан, Йәнеш – Сәрбиямал ҡорбаны ул. Яр буйындағы соҡорҙан пуля яуып торған асыҡ урынға ҡыуылып сыҡҡан Йәнеш шунан алда ғына Сәрбиямал тарафынан өйөнән дә ҡыуыла. Әле донъяла яҡлауға мохтаж булған, ярҙамсыһыҙ бала Йәнеш атаһының ҡыҙылдар яғында булғаны өсөн дә ыҙа күрә һәм, мәкер ҡорбаны булып, Сәрбиямал күҙ алдында ҡанһырап йығыла. Автор шундый контрастар алымын айырым образдарҙың күңел донъяһын асыу өсөн дә ҡуллана. Әле генә Йәнеште үлемгә дусар иткән Сәрбиямал ҡыҙылдар менән ҡайтып төшкән Иштуған алдында яҡшатланып ҡыҙҙың яҙмышына бөтөнләй икенсе төҫ биреп һөйләп тә ҡуя. Тимәк, шул яҡтан ҡарағанда Йәнештең үлеме лә осраҡлы түгел. Уны ла иҫке тормош үлтерә. З.Биишева трилогияһындағы образдар ана шулай характерҙәр төрлөлөгө, яңылығы һәм тормошсан тәбиғилеге менән үҙенсәлекле.
5. Эшенә, тормошона ҙур баһа
Йәшәү бәхете – күңел сафлыҡта, Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, хаҡлыҡта. Йәшәү бәхете – илең, халҡың өсөн Хеҙмәт аша тыуған шатлыҡта. Башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы ысынлап та халыҡ өсөн йәшәне. Халыҡсанлыҡ. Зәйнәб Биишева ижадының иң төп сифатын бына шул һүҙ менән билдәләргә мөмкин. Ул төрлө жанрҙарҙа эшләүсе күп яҡлы яҙыусы ғына түгел, тәржемәсе булараҡ та оҙаҡ һәм емешле эшләне. Яҙыусының оҫталығы һөҙөмтәһендә Гоголдең "Тарас Бульба”, И.Тургеневтың "Ҡәҙерле малайҙарым” тигән классик әҫәрҙәре, Л.Толстой, С.Аксаков, А.Чехов, М.Горький хикәйәләре менән туған телендә танышыу мөмкинлеге алдыҡ. Зәйнәб Биишева киң йәмәғәт эше алып барҙы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы идараһы ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм СССР яҙыусыларының бик күп съездары делегаты итеп һайланды. 1996 йылды әҙибә 89-сы йәшендә вафат була. Зәйнәб Биишева – сикһеҙ үҙенсәлекле талант эйәһе, ҡабатланмаҫ әҙибә. Аның даһилығы иҫән сағында уҡ танылды: 1968 йылда "Яҡтыға” трилогияһы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булһа, 1990 йылда Башҡортостан Юғары Советы Президиумы Указы менән уға "Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән юғары исем бирелде. З.Биишеваның барлыҡ әҫәрҙәре лә тиерлек урыҫ теленә тәржемә ителгән, күптәре Мәскәүҙә һәм элекке СССР ҡалаларында баҫылып сыҡҡан. Улар башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел, ә бөтә күп милләтле әҙәбиәттең ҡаҙанышына әйләнде.
 6. Бағышлауҙар
З.Биишеваның ижатына арнап күп яҙыусылар үҙҙәренең әҫәрләрен ижад ителәр. Ошондай әҫәрҙәрҙән И.Кинйәбулатовтың "Йөрәктәге һәйкәлдәр” тигән поэма, Р.Солтангәрәеваның "Зәйнәб Биишеваға”, Е.Вечтомованың "Шыршы һәм ҡайын”, А.Игебаевтың "Һин илаһи талант эйәһе”, К.Бакировтың "Урал инәһе” шиғырҙары һ.б. әҫәрҙәрҙе күрһәтергә була. Бәхет ҡошо – Ҡ.Аралбай. Бәхет ҡошон аулап-яулап тотманың һин, Малик булам, тип, ау-мәкер ҡорманың һин, Күршең тапҡан һәр табышҡа, һәр алтынға, Көнләшеп тә, ымһынып та торманың һин. Бәхет ҡошо ҡунды эшсән ҡулдарыңа, Ҡаурыйҙарын ҡойҙо ғүмер юлдарыңа… Бәхет ҡошо – һин ул үҙең, Йөрәк моңоң Ҡушылғанға халҡың, илең моңдарына. Вәлид Батыр – Һайрар ҡоштоң тынмаҫ моңомо ни… Замандашым минең, башҡорт ҡыҙы, Ҡәләм тотоп сыҡтың ярышҡа. Ижад емештәрең һоҡландырғыс, Яҡшы даның китте алыҫҡа. Ижад бәйгеһендә ал бирмәнең, Була белдең яҡшы әсә лә. Хеҙмәтеңде ҙурлап, ихтирамлап, Юлдарыңа сәскә сәсәләр… Әҫәрҙәрең халыҡ йөрәгенең Иң түренән урын алалар, Һайрар ҡоштоң тынмаҫ моңомо ни, Күңелдәрҙе яулай баралар. Туғыҙбаева Ф. – Ҡуласа. …………. Ил инәһе илдә иман һаҡлай, Һыйҙыра ул барыһан ҡоласҡа. Иман булған ерҙә донъя имен, Төндө көнгә ялғай ҡуласа. Бөйөктәрҙең ғүмер иҫәбенә Имен-аман һаман ҡуласа. Зәйнәб Биишева йондоҙо ла Балҡыясаҡ меңәр йыл аша. Йомғаҡлау
Зәйнәб Биишева - башҡорт милләтенең ғорурлығы, илебеҙ күрке, батыр йөрәкле, ҡаһарман рухлы, фәһемле китаптар яҙған әҙибә, романтик рухлы шағирә, талапсан йәмғиәт эшмәкәре, тоғро ҡатын, хәстәрлекле әсә… Үҙе яҙғанса: Изге әсә лә ул, гүзәл эшсе лә ул, Йән биреүсе, йәм биреүсе Ватанға. Ул беҙгә бай мираҫ ҡалдырҙы. Китаптары яңынан сығарыла, исемен мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарыла. Күгәрсен район үҙәге Мораҡ ауылындағы үҙәк урамдарҙың береһенә Зәйнәб Биишева исеме бирелде; Мораҡта төп дөйөм белем биреү мәктәбе уның исемен йөрөтә; тыуған ауылы Туйымбәттә Зәйнәб Бииишеваның йорт-музейы төҙөлдө; 1999 йылдан башлап әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы әҫәр өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге йыл һайын бирелә торған район премияһы раҫланды; 2007 йылдың 7 декабренән алып Башҡортостан "Китап” нәшриәте уның исемен йөрөтә. Ә инде был йылды әҙибәнең 100 йыллыҡ юбилейы бик ҙурлап үткәрелде.
 
Ҡулланылған әҙәбиәт
1. Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. - Өфө: "Башҡортостан энциклопедияһы”, Дәүләт ғилми нәшр., 1997. – 965 б.
 2. Вәлитов О. Башҡортостандың бөйөк ҡыҙы//Ағиҙел. – 2008. - № 1. – 12-17-се биттәр.
3. Зәйнәб Биишева: ғүмере һәм ижады/Төҙөүселәре Ҡ.Аралбаев, Т.Әминев. - Өфө: "Китап”, 1998
 4. Зәйнәб Биишева: Буклет . -Өфө, 2008
5. Зәйнуллин М. Күгәрсен ере – бөйөк шәхестәр төйәге// Башҡортостан. – 2008. – 15 февраль.
6. Мәжитов Р. Ил инәһе//Ағиҙел. - № 1. – 9-11-се биттәр.
7.Сурина С. Илаһи ихласлыҡ//Ағиҙел. - № 1. – 29-34-се биттәр.
8. Халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева (Зәйнәб Биишева тураһында хәтирәләр). - Өфө: Китап, 2008. – 360 б. Ҡушымта

 
Приветствие автора
Я рада приветствовать вас на страницах моего сайта. Надеюсь, что Вы найдете здесь полезную и нужную для Вас информацию. Я постаралась, чтобы Вы с пользой провели время на страницах моего сайта. Желаю приятного просмотра.

Год башкирского языка

Акции, конкурсы

Форма входа

Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 25

Друзья сайта
  • Сообщество uCoz